14 декабрь-БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ.

Декабрь 14, 2022 Просмотров: 19

14 декабрь-БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ.

Башҡортостан башлығы Р. Хәбировтың Указына ярашлы, 14 декабрҙә – бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә –   мәктәптә башҡорт теле көнө билдәләнде.

Башҡорт теле көнөнә арналған ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар Аҡмулланың «Нәсихәттәрен»дә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып тормошҡа ашырылды.

Мәктәптә түбәндәге саралар үтте;

Башҡорт теле-күңелем көҙгөһө. Викторина.

Туған телем – иркә гөлөм. Гәзит сығарыу.

Башҡорт теле- моңло тел. Башҡорт телендә яҡташыбыҙ Н.Нәжми һүҙҙәренә яҙылған йырҙар тыңлау.

Башҡорт телем- аҡыл теле. М. Аҡмулла ижадына арналған дәрес.